Италия эшҡыуарҙары Рәсәй менән 2000-се йылдар башынан уҡ хеҙмәттәшлек итә. Ассоциация президенты Башҡортостанда ғына ете тапҡыр булған. Республиканың тәбиғәте, туризм мөмкинлектәре менән яҡшы таныш. Тап ошо өлкәлә ике яҡ араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу отошло булыр ине, ти Массимилиано Панеро .
Массимилиано Панеро, Италияның туризм, гастрономия һәм мәҙәниәт буйынса ассоциацияһы президенты: “Башҡортостанда йөрөргә тура килде. Республиканы деталдәрҙә беләм тип әйтергә мөмкин. Төбәктең халыҡ-ара туризм һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә үҫеш мөмкинлектәре ҙур тип ышаныслы әйтә алам. Башҡортостан Евразияның үҙәге. Португилия менән Япония араһындағы юлдың ҡап уртаһы. Шуға күрә ике яҡ өсөн дә отошло хеҙмәттәшлек башлау өсөн бөтә шарттар ҙа бар”.
Башҡортостанды иһә Италия баҙарына экспортлау ҡыҙыҡһындыра. Ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, яҡтар предприятие, ойошма һәм эшҡыуарҙар араһында бәйләнештәр урынлаштырыуҙы яйға һалырға тейеш. Мәҙәни, һәм туризм бәйләнештәренән тыш, сауҙа, иҡтисад һәм фәнни-техник йүнәлештәрҙә лә берҙәм эшмәкәрлек алып барылырға тейеш.
Айҙар Зөбәйеров, "Эшлекле Рәсәй" йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе: “Италия эшҡыуарҙарының экологик продукттарға ҡыҙыҡһыныуы ҙур. Бал, һөтсөлөк ризыҡтары, шулай уҡ тауҙар, туризм объекттары йәлеп итә. Беҙҙең предприятиелар иһә экспортҡа ынтыла. Килешеүҙә был ниәттәр иҫәпкә алынды”.
Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы