Бик күп йомоштарын эшҡыуарҙарыбыҙ Өфө ҡалаһында урынлашҡан "Минең Бизнесым" үҙәге аша үтәй ала. Был үҙәк аша бик күп эштәрҙе бушлай үтәргә, йәки өлөшләтә ҡаплатырға була. Бында шулай уҡ продукцияны, тауарҙы сертификатлау, эш урынына махсус баһалау үткәреү, лизинг аша ҡорамалдар һатып алыу серҙәре, арзан процентҡа аҡса алыу эштәрен дә атҡарырға мөмкин.
Аралашыу ваҡытында шулай уҡ "бизнес-шерифтар"тар тураһында, уларға ҡуйылған бурыстар ҙа әйтелде. Ҡала башлығы Владимир Куликов иһә эшҡыуарлыҡты ҡурҡытыу менән шөғөлләнгән чиновниктар менән көрәш алып барыласағын һәм бындай осраҡтар теркәлгән саҡта, улар менән һаубуллашасағы тураһында белдерҙе.
Аралашыусылар Республика Башлығы Радий Хәбировтың эшҡыуарлыҡҡа яңы ҡараш менән сығыуы һәм был өлкәлә яңыса эш башланып тороуы тураһында ла һүҙ алышты. Әлбиттә, эшҡыуарҙарға эшләйһе, уйлайһы йүнәлештәр күп, ҡулланырға мөмкинлектәр бар, шулай ҙа килемде дәүләт әҙер көйө килтереп бирмәйәсәк. Был йәһәттән уларға барыһы ла аңлайышлы булырға тейеш.