Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
13 Ноябрь 2019, 18:25

Талантлы уҡыусыларҙы башҡорт содаһы ҡыҙыҡһындырҙы

Был аҙнала “Ломоносов ылауы” проекты сиктәрендә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған талантлы балалар БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында булып, “Башҡорт сода компанияһы” эшмәкәрлеге менән танышты.

“Сода” производствоһында уҡыусылар завод етәкселеге менән осрашып, технологиялар һәм химия сәнәғәтенең киләсәге менән ҡыҙыҡһындылар. Улар таҙартылған натрий бикарбонаты етештергән цехта соданы һауыттарға тултыра торған яңы линия менән танышты. Был яңы технологияны индереүгә инвестицияның күләме 1,3 миллиард һумға еткән.
– Сода етештереүҙең ҡатмарлы процесс икәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, аптырап ҡалдыҡ, беҙ уны ябай ғына етештерелә икән тип уйлай инек, – ти проектта ҡатнашыусы Иван Инчин.
– Беҙ сәнәғәт киңлектәрен, автоматлаштырылған заманса процестарҙы, канат юлын, вагонеткаларҙы күреүгә шатбыҙ. Минеңсә, сеймалды ташыу өсөн был бигерәк тә уңайлы ысул. Беҙҙе цехтарҙағы етештереү процестары ла ҡыҙыҡһындыра, шундай мөмкинлекте файҙаланып ҡалырға тырышабыҙ, – ти өлкән класс уҡыусыһы Анастасия Конотопова. – Сәйәхәт башланып ҡына тора, әммә бөтә маршруттар ҙа шулай ҡыҙыҡлы булыр тип уйлайым.
Уҡыусылар менән компания етәкселәре, белгестәр осрашып, продукцияларҙы етештереү технологиялары, химия тармағының киләсәге һәм ниндәй белгестәр кәрәклеге тураһында фекер алыштылар. Уҡыусыларҙы үҙ сиратында компанияның экология проекты, хәүефһеҙ технологиялар, донъя баҙарында тотҡан урыны, хеҙмәт династиялары кеүек һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Шулай уҡ химия сәнәғәтенә бәйле викторина үткәрелде, еңеүселәргә бүләктәр һәм бөтә уҡыусыларға ла иҫтәлеккә сувенирҙар тапшырылды. Һуңынан экскурсия таштар музейында дауам итте. Балалар бында һаҡланған ҡаҙылма байлыҡтар, минералдар, хайуандар ҡалдыҡтары менән танышып сыҡты.
Проектта ҡатнашыусылар ғына түгел, уны ойоштороусылар ҙа “Башҡорт сода компанияһы”на фәһемле экскурсия өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. Быйыл уларҙың маршруты тарихи Ебәк юлынан – Өфөнән Түбәнге Новгородҡа тиклем дауам итәсәк.
Читайте нас: