Эксперттар йыл дауамында әлеге продукцияға магазиндарҙа хаҡтар артыуы мөмкинлеге әйтә, әммә был үҫеште баҙар механизмдары тотҡарлаясаҡ һәм хаҡтар артыҡ тирбәлә алмаясағына ышаныстар бар.
Росстат мәғлүмәттере буйынса, 2019 йылда1,429 миллион тонна арыш йыйылған. Шул уҡ ваҡытта, ауыл хужалығы министрлығының агроаналитика үҙәге Рәсәйҙә бындай арыш уңышы 1965 йылдыҡынан да әҙерәк булды, тип билдәләп үтте.
Арыш етештереү күләменең кәмеүенә бәйле етештереүселәр хаҡтарҙы күтәрҙе.
Рәсәй пекарьҙар һәм кондитерҙар гильдияһы (РОСПиК) президенты Юрий Кацнельсон әйтеүенсә, арыш һәм бойҙай ононан бешерелгән икмәк ризыҡтарына хаҡтар йылына 6,5-7 процентҡа арттырырға мөмкинселек бар. Шул уҡ ваҡытта, хаҡтарҙың үҫешенә торлаҡ-коммуналь хужалығы тарифтары, ҡуртымға алыу, яғыулыҡ-майлау материалдары һәм транспорт хеҙмәттәренә, шулай уҡ төргәккә хаҡтар артыу һиҙелерлек йоғонто яһауын әйтте.