Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
21 Ғинуар 2020, 14:10

“БСК”-ла етештереү күләме артҡан

“Башҡорт сода компанияһы”нда 2019 йылға йомғаҡ яһалған. Компанияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, предприятие дүрт төп продукция буйынса етештереүҙе арттырған.

Кальцинирланған сода етештереү күләме 1,8 миллион тоннаға еткән. Был 2018 йыл күрһәткестәренә ҡарағанда биш процентҡа күберәк. Ә суспензиялы поливинилхлоридтың дөйөм етештереү күләме 264 мең тонна тәшкил итә (2018 йылда – 253 мең тонна), 26 мең тонна кабель пластигы сығарған, 2018 йылға ҡарағанда 12 процентҡа күберәк. Шулай уҡ натрий бикорбанаты етештереү күләме лә 157 мең тоннаға (4 процентҡа күберәк) еткән. 2019 йылда “Башҡорт сода компанияһы” 213 мең тонна зәһәр натрий, 140 мең тонна хлорлы кальций, 161 мең тонна тоҙ кислотаһы сығарған.
Инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, ҡорамалдарҙы яңыртыу, ҡулланыусыларҙың һо-рауҙары артыуы юғары етештереү һөҙөмтәһенә ирешергә ярҙам итте, тиҙәр предприятиела.
Читайте нас: