Ултырышта БР Хөкүмәте ағзалары, Башҡортостан таможняһы, йәмәғәт ойошмалары, шулай уҡ республика бизнесы вәкилдәре ҡатнашты.
Сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев үҙ докладында “Сәнәғәт экспорты” төбәк проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне.
Ултырыш барышында төбәктә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын һәм экспортты үҫтереү буйынса төбәк проектын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары, киләсәккә пландар һәм бурыстар хаҡында фекер алышыу булды. Шулай уҡ республика предприятиелары алдындағы проблемалар һәм уларҙан сығыу юлдары тураһында ла һүҙ барҙы. Предприятие вәкилдәре экспорт күрһәткестәренең кәмеү сәбәптәрен һәм уны дәүләт ярҙамынан башҡа хәл итеүе ауырға төшөүен билдәләне.