Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
14 Февраль 2020, 14:10

«Диңгеҙ буйынан фатир»

7 февралдә “Этажи” компанияһының Стәрлетамаҡтағы офисында фатир отоусыны ҡотланылар. Һис көтөлмәгән, күктән төшкән бәхеттән тулҡынлаған Флүрә Муллағәләм ҡыҙы быға тиклем бер ҡасан да диңгеҙҙә булмауы, ә хәҙер иһә туп-тура үҙ фатирына барасағы тураһында тулҡынланып һөйләне.

“Этажи” компанияһы Рәсәйҙә иң көслө риэлтор компанияһы булып тора һәм килешеүҙәр буйынса ул йыл һайын банк-партнерҙар тарафынан лидер тип таныла. Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Этажи” компанияһы клиенттарға күсемһеҙ милек менән килешеүҙәр төҙөүҙә 2015 йылдан бирле ярҙам итеп килә.
Клиенттар өсөн компанияның уникаль сауҙа тәҡдиме булып йыл да уҙғарылып килгән «Диңгеҙ буйынан фатир» акцияһы тора. Фатир отоу “Этажи” компанияһының Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге 100-ҙән ашыу офисында үҙенең барлыҡ клиенттары араһында уйнатыла. 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса отош уйынында 130 меңдән ашыу клиент ҡатнашҡан, быйыл бәхет йондоҙо беҙҙең Стәрлетамаҡ клиенты өсөн ҡабынған. Әҙелғужина Флүрә Муллағәләм ҡыҙы “Этажи” компанияһы ярҙамында Артем урамындағы бер бүлмәле фатирын һата (килешеүҙә ышаныс ҡағыҙы буйынса ҡыҙы Кәримова Эльвира Зәйнулла ҡыҙы ҡатнаша) һәм “Диңгеҙ буйынан фатир” ота. Ул Новороссийск ҡалаһында экологик таҙа районда, өс ҡатлы йорттоң икенсе ҡатында бөтә уңайлыҡтары булған заманса торлаҡ комплексында, Абрау-Дюрсо тигән тау күленә яҡын ғына урында урынлашҡан.
Еңеүсегә төп призды - фатирға сертификатты тапшырырға “Этажи” компанияһының Стәрлетамаҡтағы ойоштороусыһы Латипов Данис Флүр улы үҙе килде.
Йыл һайын фатир отоу уйыны уҙғарыу - “Этажи” компанияһының берҙән-бер уникаль тәҡдиме түгел. Банк-партнерҙарҙың ташлама яһауы арҡаһында, һәр клиентҡа түбән хаҡҡа ипотека алыу мөмкинлеге бар, һәм шулай уҡ килешеүҙең хәүефһеҙлегенә гарантия бирелә – килешеү һөҙөмтәһе өсөн компания финанс һәм юридик йәһәттән яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала. “Этажи” компанияһы, уйламағанда килеп тыуған төрлө хәлдәрҙә йәки милеккә хоҡуҡ юғалған осраҡта, үҙ аҡсаһын һалып, фатир хаҡын ҡаплай. Гарантиялау шарттары менән sterlitamak.etagi.com сайтында танышырға мөмкин.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: