Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
18 Февраль 2020, 16:35

ҮҘЕБЕҘҘЕҢ АВТОМОБИЛДӘР ШӘП!

Элеватор урамында LADA-ның рәсми дилер үҙәге асылды.Үҙәк брендтың иң заманса талаптарына яуап бирә. Яңы дилер үҙәге асыу тантанаһында ҡала хакимиәте һәм “Башавтоком” компаниялар төркөмө вәкилдәре ҡатнашты.

Дилер үҙәгенең киң майҙандарында “Лада”ның бөтә моделдәрен дә килеп күрергә була. Һатыусы-консультанттар автомобиль менән таныштырып та сыға, машинаны һынау маҡсатында ҡала буйлап йөрөүҙе лә ойоштора ала. Шулай уҡ кәрәк булһа, өҫтәмә хеҙмәтләндереү, отошло тәҡдимдәрҙе һөйләп үтергә һәм һеҙгә автомобиль һайлауҙа ярҙам итергә әҙерҙәр. Бында шулай уҡ трейд-ин программаһы буйынса иҫке машинаны яңыға алмаштырып алырға, страховка эшләтергә мөмкин. Автомобилдәр баҙары ҙур булһа ла үҙебеҙҙең илдә етештерелгән автомобилдәргә лә һорау ҙур, үҙәкте асыу тантанаһы мәлендә лә машина һатып алырға килеүселәр, ошондай уңайлы хеҙмәтләндереүҙе һайлаусылар күп булды.
Автомомбилде хеҙмәтләндереү ҙә ҡулланыусылар өсөн ҙур мәсьәлә булып тора, сөнки сират, оҙаҡ көтөүҙәр һәр кемгә лә оҡшап етмәй. Ә был салонда сервис өсөн 420 квадрат метр урын бирелгән, бер юлы 6 машинаға техник тикшереү үткәрергә мөмкин.
Ҡалабыҙға миллион һумдар менән баһаланған инвестициялар алып килгән яңы үҙәк бар яҡтан да етеш, урамда машинаны ҡалдырып инеү өсөн киң машина ҡуйыу урындары, ә эстә балалар өсөн уйнау бүлмәһе лә бар.
Бындай ҙур үҙәкте асыу ҡалабыҙға сит ил ҡунаҡтарын да алып килде. «АВТОВАЗ»дың һатыу һәм маркетинг буйынса вице-президенты Оливье Морне, “Башавтоком” компанияһының директорҙар советы рәйесе Михаил Пилюгин, генераль директор Евгений Астафуров һәм ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов менән ҡыҙыл таҫмаларҙы киҫеп, яңы үҙәктең эшенә старт бирҙе.
Илебеҙҙә етештерелгән авто-мобиль һатып алырға теләһәгеҙ, һеҙҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Элева-тор урамы, 86А адресы буйынса LADAның яңы дилер үҙәгендә көтөп ҡалалар.

Автор фотолары.
Реклама хоҡуғында.
Читайте нас: