Шул уҡ ваҡытта уҙған йылда республика бюджеты сығымы 215 миллиард һум тәшкил иткән, был 2018-гә ҡарағанда 35 миллиард һумға йәки 20% күберәк.
Социаль әһәмиәтле сығым йөкләмәһен финанслау, шулай уҡ бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында түләү тулы күләмдә тәьмин ителгән, тип билдәләнеләр хөкүмәттә.
Дөйөм алғанда, 2019 йылда Башҡортостан бюджетының социаль өлөшө сығымдың дөйөм суммаһынан 71,2% кимәлендә йәки 153 миллиард һум булған.