Башстат 16 марттан 23-өнә тиклем аҙыҡ-түлеккә хаҡтар динамикаһын баҫтырып сығарҙы. Республика магазиндарында ҡайһы бер продукттарға хаҡтың артыуы күҙәтелә.
Икмәктең хаҡы шул уҡ ҡалған тиерлек.
Ҡыяр һәм помидор арзанайған — 15 һәм 8%. Бер килограмм йәшелсәне уртаса 108,41 һәм 168,31 һумға һатып алырға мөмкин.