Илебеҙгә ҡарата санкциялар индереү илебеҙ иҡтисадын көрсөккә илтә алмаһа ла, әлеге мәлдә пандемия осоронда иҡтисади күрһәткестәрҙең үҫеше тураһында уйларға ла мөмкин түгел. Иң тәүге ҡыңғырауҙы йәмәғәт туҡланыу урындары ҡаҡты, кафе, ресторандар кеше йөрөмәгәнгә күрә хеҙмәткәрҙәргә, ҡуртым өсөн түләүҙәрҙе күтәрә алмауҙары тураһыда хәбәр итте. Үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы 30 апрелгә тиклем оҙайтылыуы был өлкәне тулыһынса бөтөрөүе лә мөмкин. Ә һуң күҙ алдында һулыған кафе, ресторандарҙан башҡа ҙур сәнәғәт предприятиелары бар бит әле...
Рәсәй сәнәғәте күләме 2020 йылдың март айында 1,2 процентҡа кәмегән, был турала Тәбиғи монополиялар мәсьәләләре институты хәбәр итә. Ғөмүмән алғанда, сәнәғәттең түбәнәйеүенә коронавирустан тыш, һумдың һәм нефткә хаҡтың түбәнәйеүе лә күҙ уңында тотолған. Шуға ла коронавирустың предприятиеларға йоғонто яһауы апрель һәм май һөҙөмтәләре буйынса аныҡ билгеле буласаҡ.
Аналитиктар иһә ил коронавирус арҡаһында кисергән иҡтисади зыянды һанап сығарырға тырыша. Миҫал өсөн Яңы йыл байрамдары килтерелә, унда ялдың бер көнө 180 млрд. һумлыҡ юғалтыуҙарға торош.
Киң изоляция режимы индереү һәр кешегә психологик яҡтан да йоғонто яһай, сөнки режим туҡтатылғандан һуң, күптәр элекке эш урындарынан ҡолаҡ ҡағыуҙан ҡурҡа. Шул уҡ ваҡытта изоляция ваҡытында өҫтәмә эштә эшләп килем алыу ҙа мөмкин түгел. Шулай ҙа дәүләт был йәһәттән ярҙам итеү юлдарын эҙләй, кредит, ипотека, торлаҡ-коммуналь
хужалығы өсөн түләүҙәр буйынса каникулдар кеүек ярҙам ысулдары өҫтөндә эш алып барыла.