Сәнәғәт һәм иҡтисад
7 Апреля 2020, 08:40

Үҙгәрештәр заманы

Иҡтисадта «яңы ысынбарлыҡ» этабы барлыҡҡа киләсәк. «Рәсәй властары «яңы ысынбарлыҡ» тип аталған иҡтисадтағы яңы арауыҡҡа инергә әҙерҙәр», - тип белдерҙе РФ ф министры Антон Силуанов

м

- Был беҙҙең өсөн яңы ысынбарлыҡ һымаҡ, беҙ был ысынбарлыҡҡа тотонорға әҙербеҙ. Ауыр ваҡыттар үтте, хәҙер дәүләттә булған ресурстарҙы һәүетемсә ҡулланырға тейешбеҙ, - тип билдәләне министр «Россия 1» телеканалы эфирында. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Үҙәк банкта алтын валютаһы резервтарының һәм хөкүмәт резервтарының етерлек запасы тупланған. Был иһә иҡтисадта һәм ҡаҙнала барған бөтә үҙгәрештәргә яуап бирергә мөмкинлек бирә. NEWS.ru яҙғанса, Рәсәй иҡтисадын ике йыллыҡ рецессия көтә. Ул донъя иҡтисады төшөүгә тап киләсәк. Макроэкономик анализ һәм ҡыҫҡа ваҡытлы фаразлау үҙәге аналитиктары шулай иҫәпләй. Властарҙың көрсөккә әүҙем реакцияһын күҙаллаған «конструктив» сценарий булғанда, эксперттар ВВП төшөүен 2020 йылда 2,3-2,5 процент кимәлдә тоторға уйлай. Ә 2021 йылда һүҙ 0,5-0,8 процент кимәлде тотороҡлау тураһында бара. Ошонан сығып иҡтисадтағы үҙгәрештәрҙе күҙ алдына килтерергә була. Тик быны кем нисек ҡабул итә бит? Шуныһы бәхәсле.

Читайте нас