Әле Стәрлетамаҡ ҡалаһында һыу менән тәьмин итеү хеҙмәтенә тарифтар – республикала иң түбәне. Ҡатмарлы һыу селтәрен яңыртыуға ҡулланыусыларҙың хеҙмәткә түләүҙәре тотонола. Әммә капиталь ремонтҡа финанс күләме ике тапҡырға ҡыҫҡартылған. Йылдан-йыл туҙа, иҫкерә барған ҡорамалдарҙы алмаштырыу өсөн халыҡтан йыйылған түләүҙәр генә етерлек түгел. Өҫтәүенә идарасы компанияларҙың ваҡытында иҫәпләшмәүе хәлде ҡырҡыулаштыра, ти предприятие етәкселәре. 2020 йылдың 1 ғинуарына уларҙың бурысы үткән йыл менән сағыштырғанда 11,7 миллион һумға артҡан.
Һыу каналы яуаплылығындағы селтәр оҙонлоғо 852 километр тәшкил итә, ә былтыр ошоға тағы ла хужаһы булмаған 112 километр оҙонлоғондағы һыу үткәргесен өҫтәгәндәр. Былтыр селтәрҙең 6,3 километры ремонтланған һәм яңыртылған, 4,3 километр оҙонлоғонда яңы үткәргес төҙөлгән. Был ҙур эштәргә 60 миллион һум аҡса тотонолған.
Ҡаланың үҫеүе менән бергә ябай кешенең күҙенә салынмаған ер аҫты батшалығы ла ҙурая, ҡеүәттәрен арттыра бара. Көньяҡ-көнбайыш һәм көнбайыш райондарҙың киңәйеүе һыу менән тәьмин итеүҙә яңы сиселештәр һәм эшлекле аҙымдар талап итә: етештереүсәнлеге тәүлегенә 30 мең кубометр тәшкил иткән һыу менән тәьмин итеүсе һәм канализация насос станциялары төҙөлә башлай. Биологик һыу таҙартыу ҡоролмаһы төҙөү, эсәр һыуҙы зарарһыҙландырыу мәсьәләләрен дә бер ыңғайҙан хәл итеү зарурлығы тыуа. Шулай ҡала үҫкән һайын таҙа һыуға ихтыяж да арта, һыу алыу ҡоролмалары, коллекторҙар төҙөлә, яңы сығанаҡтар үҙләштерелә, етештереү базалары ишәйтелә.
Халыҡты һыу менән тәьмин итеүҙә сетереклектәр тулып ҡына тора. Мәҫәлән, бөгөн тәү сиратта хәл итә торған мәсьәләләрҙең береһе – “Берғамыт” һыу сығанағы сифатын яҡшыртыу, яҙғы-көҙгө осорҙа һыуҙың болғансыҡлығын бөтөрөү өсөн тәьҫирле саралар күрергә кәрәк. Был тағы ла өҫтәмә сығымдар талап итә. 2014 йылда Мәскәүҙең Һыу технологиялары үҙәге менән берлектә Берғамыттан алынған эсәр һыуҙың сифатын яҡшыртыу өсөн таҙартыуҙың мембрана ысулы һынап ҡаралған. 2015 йылда “Район-ара коммуналь һыу каналы” предприятиеһы тарафынан проект эштәрен үтәүгә 4,9 миллион һум күләмендә аҡса тотонолған. Былтыр һыуҙың болғансыҡлығын мембрана ысулы менән таҙартыу проекты “Таҙа һыу” төбәк проектына индерелде.
Төп етештереү ҡеүәттәрен арттырыу, һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү мәсьәләләрен еренә еткереп үтәү өсөн республика һәм федераль маҡсатлы программалар средстволары ярҙамында саралар планы билдәләнгән. Бурыс бик мөһим һәм киң ҡоласлы, проектлау һәм эҙләнеү-тикшереү эштәрен эсенә алған тәүге этапҡа ғына яҡынса 123 миллион һум, ә проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тотҡан икенсе этапҡа 4,5 миллиард һум аҡса талап ителә.
Былтыр предприятиеның инвестиция программаһына ярашлы төп фондтарҙы яңыртыу эше тамамланған. Үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһын террористик хәүефтәрҙән һаҡлау, аварияларҙы иҫкәртеү, яҡтылыҡ, видеокүҙәтеү ҡорамалдары урынлаштырыу буйынса ҙур эш башҡарылған.
Биологик таҙартыу ҡоролмаларында һәм канализация насос станцияларында насос ҡорамалдары яңыртылған. Ҡаланың Көнбайыш районында йылытыу һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү системаһы өсөн йылылыҡ ҡорамалы ҡуйылған. Энергияны һаҡлау һәм предприятиеның энергетик тәьҫирлеген күтәреү программаһына ярашлы ҡуйылған был ҡорамал – республикала берҙән-бер. Ысынлап та, ошо ҡорамал арҡаһында йылытыу һәм эҫе һыу өсөн тотонолған сығымдарҙы 6 процентҡа кәметергә мөмкин булған.
Торба үткәргестәрҙе һалыу буйынса эш ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн траншея ҡаҙмай ғына торба һалыу мөмкинлеген биргән быраулау машинаһы алынды. Тротуарҙар, автомобиль юлдары аҫтынан ер эштәрен башҡармай торба һалыу өсөн махсус техника ла бар. Ғөмүмән, ҙур күләмле, ҡатмарлы эштәрҙе махсуслаштырылған техниканы даими яңыртмай һәм яңы эш ысулдарын ҡулланмай башҡарыу мөмкин түгел.
Предприятие үҙ эшенең оҫталары менән хаҡлы ғорурлана. Былтыр “Һөнәре буйынса иң яҡшы” профессиональ конкурстың зона этабында Ишембай ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ электр монтеры А. Федоров, иретеп йәбештереүсе А. Коршунов, тракторсы И. Ғибаҙуллин еңеү яуланы. Ошондай уңған, булдыҡлы хеҙмәткәрҙәренә таянып, предприятие ҡатмарлы һәм яуаплы бурыстарҙы тормошҡа ашырырға әҙер.
“Район-ара коммуналь һыу каналы” предприятиеһы директоры Александр Леонтьевич Пантелеев әйтеүенсә, былтыр яңы эш урындарын иллегә арттырғандар. Эш күләме лә элгәре йыл менән сағыштырғанда 18 миллион һумға арттырып үтәлгән.
Эсәр һыу – кешенең мәңгелек, иң кәрәкле юлдашы, ниндәй генә шарттарҙа йәшәһәк тә, уға ихтыяж һис кәмемәйәсәк. Тимәк, бөгөн дә ҡала халҡын таҙа һыу менән тәьмин итеүҙе өҫтөнә алған үҙ эшенең оҫталарына ихтыяж буласаҡ.