Ашҡаҙар
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
22 Апрель 2020, 13:16

“Башҡорт сода компанияһы” етештереү күләмен арттыра

Быйыл тәүге кварталда “Башҡорт сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәтендә төп продукцияларҙы етештереү күләме артты, тип хәбәр итәләр компанияның матбуғат хеҙмәтенән.

Б маркалы кальцинирланған сода 494,7 мең тонна етештерелгән, был үткән йылдың ошо осорона ҡарата 11,7 процентҡа күберәк. Ә натрий бикарбонаты – 42,5 мең тонна (10,1 процентҡа артҡан). Ғинуарҙан алып мартҡа тиклем ПВХ етештереү күләме 69,7 мең тоннаға (2019 йылда – 68,9 мең тонна) еткән. Шулай уҡ өс айҙа шыйыҡ натрий һәм хлорлы кальций ҙа артығы менән етештерелгән.

Компания бындай уңыштарға производствоны яңыса ҡороу һәм көсөргәнешлекте арттырыу ярҙамында өлгәшкән.
Читайте нас