Башҡортостанда 2020 йылдың тәүге кварталында сәнәғәт етештереү индексы артҡан, үткән йылдың тәүге кварталы менән сағыштырғанда ул 101,7 процент тәшкил иткән. Был турала Башҡортостанстат хәбәр итә.
Өлгәшеүҙәр автотранспорт саралары, прицептар һәм ярып прицептар етештереүҙә 157,8 процент, дарыу һәм материалдар етештереҙә 130,1 процент, туҡыма изделиелары, ҡағыҙ һәм ҡағыҙ изделиелары етештереү 125,3-127,4 процентҡа үҫешкән.
Волга буйы Федераль Округы буйынса сәнәғәт етештереү индексы 2019 йылдың ғинуар –март айҙарына ярашлы 101,5 процент тәшкил иткән. Беҙҙең округта иң түбән күрһәткестәр Ульяновск өлкәһендә – 92,1 процент , ә иң яҡшы күрһәткес Мордва Республикаһында булған, унда сәнәғәт етештереү индексы 110,1 процент тәшкил иткән.