Бөтә яңылыҡтар

ҠУЛЛАНЫУҘА БУЛҒАН 34 МЕҢ АВТОМОБИЛЬ ҺАТЫЛҒАН

Башҡортостан 2020 йылдың тәүге кварталында еңел автомобилдәр һатыу буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшкән Рәсәйҙең 10 тәбәге исемлегенә ингән. Был турала «Автостат» агентлығы хәбәр итә.

Ғөмүмән алғанда еңел автомобилдәр баҙары 2019 йыл менән сағыштырмаса 6 процентҡа артҡан. Башҡортостанда был күрһәткес – 10,5 процент тәшкил иткән, республикабыҙҙа ҡулланыуҙа булған 34 мең автомобиль һатылған (Дөйөм Рәсәй баҙарының 2,8 процентына торош итә). Был күрһәткес буйынса Башҡортостан етенсе урында килә.
Шулай уҡ өс лидерҙар бар: Мәскәү өлкәһендә - 63,3 мең, Мәскәүҙә – 62,4 мең һәм Краснодар крайында - 55 мең автомобиль һатылған.
Читайте нас