Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

«ИНГФУД» КОМПАНИЯҺЫ БОРСАҠ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫНА УРЫН ЭҘЛӘЙ

«Ингфуд» исемле Мәскәү компанияһы Нефтекамала борсаҡты төплө эшкәртеү заводы төҙөргә уйлай. 5 млрд һумлыҡ проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән инвестиция сәғәтендә ҡаралған. Инвестор 50 мең тонна концентрат, крахмал һәм туҡланыу күҙәнәктәре етештереү өсөн майҙан эҙләй. Ошондай уҡ предприятиелар Франция һәм Бельгияла бар, тип хәбәр итә республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте. Завод Нефтекамалағы йылдам үҫеш биләмәһендә төҙөлөүе мөмкин.

«Ингфуд» яуаплылығы сикле йәмғиәтенең официаль сайтында хәбәр ителеүенсә ул «Евро Технологии» компанияһының етештереүсе партнеры һәм натив продукттар етештереү буйынса эксклюзив етештереүсе булып тора. 13 йыл дауамында Рәсәй етештереүселәренә аҙыҡ-түлек ингридиенттары, өҫтәлмәләр һәм косметик ҡулланмалар әҙерләй, киптерелгән борсаҡ эшкәртеү менән шөғөлләнә.
Читайте нас