Ашҡаҙар
+18 °С
Облачно

Коронавирустан һуң ни булыр?

Коронавирус тигән афәт бөтә донъяға янай. Әлеге ваҡытта бар көстәр уның менән көрәшкә йүнәлтелгән. Табиптар ал-ял белмәй кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара, күптәр өйҙә ултыра, иҡтисад ҙур көрсөк алдында тора. Тик пандемия ҡасан да булһа үтеп китер. Унан һуң нисек йәшәрбеҙ? Илде, донъяны, иҡтисадты, кешеләрҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә? Беҙҙең республика тәүгеләрҙән булып был мәсьәләне иң юғары кимәлгә күтәрҙе һәм “Донъя коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш” беренсе халыҡ-ара онлайн форум үткәрҙе. Сара bashkiria-live.com платформаһы базаһында 28 апрелдә булды.

Форумда ҡатнашыусылар глобаль иҡтисад һәм социаль өл­кәләрҙең көнүҙәк трендтары һәм үҫеш мөмкинлектәрен ҡа­ра­ны. Төрлө ил вәкилдәре үҙ дәүләте тәжрибәһе менән уртаҡ­лашты. Көн тәртибендә мәғариф һәм IT-технологиялар систе­маһын яңыртыу, онлайн һөнәр­ҙәр мөмкинлеге, ваҡиғалы индустрия һәм хеҙмәттәр өлкәһен трансформациялау, заман мәғлүмәт киңлеге һәм башҡа ҡыҙыҡлы темалар өйрәнелде.

Платформа асылыу менән унда 10 меңдән ашыу кеше тер­кәлде. Форумды Рәсәй, АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Италия, Франция, Япония, Ҡытай, Сәғүд Ғәрәбстаны, Төркиә, Швеция, Мексика һәм башҡа илдәрҙән кешеләр ҡараны. Сараны егерменән ашыу халыҡ-ара һәм федераль матбуғат сараһы яҡтыртты.

Власҡа яңы талаптар ҡуйыла

Сара ике мөһим өлөшкә бү­лен­де. Көндөң тәүге яртыһында “Яңы ысынбарлыҡ: дәүләт һәм глобаль саҡырыуҙар” тип атал­ған федераль пленар сессияһы эше булды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Стратегик башланғыстар агентлы­ғының генераль директоры Свет­лана Чупшева, “Эшлекле Рәсәй” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйестәше Алексей Релик, Рәсәй Президенты ҡара­мағындағы эшҡыуарҙар хоҡу­ғын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов сығыш яһаны.

“Пандемия тамамланғас, донъя үҙгәреш кисергән йәм­ғиәттә йәшәй башлаясаҡ, ул мә­ғлүмәтлерәк, йылдамыраҡ бу­ласаҡ. Ай ярым эсендә йән­лек­тәр батшаһы булған кеше микроорганизмдар һунары объектына әүерелде. Кешелек йыһанға караптар ебәрә, океан төптәренә төшә ине, ә хәҙер бар көсөбөҙ битлек тегеүгә йүнәл­телде. Кисә генә ирекле булы­уыбыҙға ҡыуана инек, бөгөн бөтәбеҙ ҙә өйҙә ултырырға мәжбүр”, – тип асты форумды Радий Хәбиров.

Тик кешелек йәмғиәтенең мәғәнәһе шунда: ауыр мәлдәрҙә беҙ сынығабыҙ һәм артабан йәшәргә көс табабыҙ.
Радий Фәрит улы фекеренсә, әле беҙҙең күҙ алдында йәмәғәт килешеүе формалаша. Йәмғиәт менән хөкүмәт үҙ-ара килешеп, кешеләр өйҙә ултырырға ризалаша, ә алмашҡа коронавирусты еңеүҙә адекват һәм файҙалы саралар күреүҙе һорай.

“Яңы йәмғиәт власҡа яңы талаптар ҡуясаҡ. Быға килеү өсөн йәмғиәттең бөтә ағзаларына ла бергә яуап эҙләргә кәрәк. Килә­сәктә тотороҡлолоҡ, айырыуса сәйәси, социаль һәм иҡтисади тотороҡлолоҡ, мөһим ҡиммәткә әйләнәсәк”, – тине ул.
Радий Хәбиров фекеренсә, илдә коронавирустан кеше­ләрҙең әҙ үлеүе һәм вирустың ҡапыл таралмауы – көслө лидер – ил Президенты Владимир Путиндың етәкселеге аҫтында бар власть органдарының берләшеүе һәм дөрөҫ саралар ҡабул итеү һөҙөмтәһе.

Йәмғиәтте үҙгәреш көтә

Рәсәй Президенты ҡарама­ғын­дағы Иҡтисади совет ағза­һы, “Эшлекле Рәсәй” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйес­тәше Алексей Репик фекеренсә, коронавирус инфекцияһы пан­демияһы беҙҙе нығыраҡ “һан­лаш­тырыуға” килтерәсәк, тик шул уҡ ваҡытта технологиялар үҫеше тиҙлеге һанлы хәүеф­һеҙлек тыуҙырып өлгөрмәйәсәк. Уның фекеренсә, көрсөк артынан уның икенсе тулҡыны ла буласаҡ.

“Бөтәһе лә “импортты алмаштырыу” менән бәхәсләшә ине, имеш, был беҙҙең юл түгел. Хә­ҙер аутсорсингта бер нимә лә эш­ләмәгән бөтә компаниялар ҙа яҡланған булып сыҡты. Бөтә иҡтисади сылбырҙар ҙа емерелде, һәм был – беҙҙең бөгөнгө ысынбарлыҡ”, – тине ул.

Рәсәй Президенты ҡарама­ғындағы Эшҡыуарҙар хоҡуҡ­тарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов Рәсәй иҡтисадын төптән үҙгәртергә кәңәш итте. Ул бәләкәй һәм урта эшҡы­уарлыҡ үҫеше файҙаһына булырға тейеш.

Борис Титов фекеренсә, Рә­сәй­ҙә көрсөк ауырыраҡ үтәсәк.
“2000 йылдарҙан алып ғә­мәлдә булған ресурслы иҡтисад моделе нефткә хаҡтар төшөү менән килемдең түбәнәйеүенә лә килтерәсәк. Һәм был халыҡ тормошонда ла сағылыш табасаҡ”, – тине ул.

Спикер фекеренсә, иҡтисадта ниндәйҙер яңылыҡтар тура­һында хәбәр итергә иртәрәк әле.

“Кешеләргә тәү сиратта ашарға-эсергә кәрәк. Шуға күрә бәләкәй һәм урта эш­ҡы­уарлыҡты булдырыу шарт. Шуныһын онотмайыҡ – бәләкәй эшҡыуарлыҡ бюджет өсөн аҡса сығанағы түгел, ә тәү сиратта социаль эш урындары булдырыу”, – тине вәкил.

Килешеүгә ҡул ҡуйылды

Халыҡ-ара форум сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау һәм республи­каның шифахана-курорт тарма­ғында инвестиция проекттарын үҫтереү маҡсатында хеҙмәт­тәшлек итеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Документҡа реаль ваҡыт режимында Башҡортостан Баш­лығы Радий Хәбиров, “InterHealth Canada” компанияһының идаралыҡ рәйесе Эмад Эль-Дукаир һәм “IHDpay group” компанияһы вәкиле Чун Юан Чанг ҡул ҡуйҙы.

Килешеүгә ярашлы, хеҙмәт­тәш­лектең өҫтөнлөклө йүнәлеш­тәре булып республика медици­наһының перспективалы өлкә­ләрен билдәләү, уларҙа инвестиция һәм ғилми-тикшеренеү проекттарын тормошҡа ашырыу, шифахана-курорт тарма­ғын үҫтереү, лаборатор диагнос­тиканың заман технологияларын камиллаштырыу, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә уңайлы инвестиция климаты булдырыу тора.

“Беҙҙең партнерҙар – төрлө өлкәләрҙә инвестиция проекттары менән шөғөлләнгән алдынғы эксперттар. Был килешеүҙә беҙ һаулыҡ һаҡлау тармағына, һәр ваҡыт ғорурланған шифахана-курорт дауалауы өлкәһенә инвестициялар һалдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Әле, панде­мия­ның һәм изоляциялау режи­мы­ның ҡасан бөтөрө ныҡлап аңла­шылмаған ваҡытта, беҙ килә­сәк, иҡтисад тураһында уйлай­быҙ. Пандемиянан һуң тиҙ генә алға китеү өсөн бөгөндән бә­лә­кәй аҙымдар яһай башланыҡ”.

Эксперттар берләшеү яҡлы

Көндөң икенсе яртыһында халыҡ-ара пленар сессия уҙҙы. Унда иҡтисадсы, 2006 – 2014 йылдарҙа Швеция премьер-министры булған Фредрик Рейнфельдт, Евразия тикшере­неү­ҙәре институты президенты, Италияның элекке сит ил эштәре министры Франко Фраттини, Никарагуа прези­денты­ның Рәсәй менән мөнәсәбәттәр мәсьәләһе буйынса рәйестәше Лауреано Факундо Ортега Мурильо, Никарагуаның финанс министры Иван Акоста, яҙыусы Ниссам Талеб, физик-теоретик, футурист Митио Каку, гео­сә­йәсәт мәсьәләләре буйынса эксперт Параг Ханна, кинорежиссер, сценарист һәм продюсер Люк Бессон һәм башҡа бик мәртәбәле эксперттар ҡат­наш­ты. Модератор ролен билдәле алып барыусы Ксения Собчак башҡарҙы.

Швецияның элекке премьер-министры Фредрик Рейнфельдт фекеренсә, көрсөк шарттарында иҡтисадты яңынан эшкә ҡушыу өсөн илдәрҙең сиктәрен асырға кәрәк.

“Пандемиянан һуң глобаль донъя рецессияһы етәсәк. Иҡти­сад бик түбән төшәсәк. Ә, бәлки, киләһе йылға тағы бер пандемия башланыр? Беҙгә һаулыҡ һаҡ­лау өлкәһенә нығыраҡ иғтибар итергә, сирҙәр менән көрәшеү өсөн белем туплау шарт. Шулай уҡ илдәр араһында ябылған сиктәрҙе кире асыу мөһим. Был саҡта тиҙ терелеп китәсәкбеҙ. Кешеләр сәйәхәт итергә, икенсе илдәргә күсеп йөрөү мөмкинлеге алырға тейеш”, – тине ул.

Иҡтисади сарала Башҡорт­остан Хөкүмәте Премьер-ми­нистрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров та ҡатнашты. Уның фекеренсә, коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле барлыҡҡа килгән көрсөк вакцинация һәм пандемиялар менән көрәш буйынса яңы донъя үҙәктәрен үҫтереүгә этәргес була ала. Ул төбәктә клиникалар төҙөргә, яңы вакциналар уйлап сығарырға саҡырҙы.

“Беҙҙең республикала Шүл­гән­таш мәмерйәһе бар. Унда боронғо кешеләр ҡалдырған һүрәттәр табылды, иң йәшенә – 14 мең йыл. Һәм әгәр был урындан цивилизация башланған икән, ниңә әлеге йөҙ йыллыҡ­тың иң ҙур саҡырыуы алдында яңы цивилизация үҫтерә башламаҫҡа? Әйҙәгеҙ, клиникалар төҙөйөк, вакциналар уйлап табайыҡ”, – тине ул.
Италияның элекке сит илдәр министры Франко Фраттини үҙ иленең тәжрибәһен һөйләне.

“Европа илдәре коронавирусты Италияның ғына проб­лемаһы тип уйлап сиктәрен яп­ҡан саҡта, беҙ хеҙмәттәшлек сә­йәсәтенә баҫым яһаныҡ, – тине ул. – Халыҡ беҙҙә бик тығыҙ йә­шәй, карантин хәлде ҡат­марлаштырҙы ғына. Италияны ябыу мөмкин түгел. Һөҙөмтәлә Евросоюз пандемияға ҡаршы көрәш ваҡытында бөтә илдәр менән дә теләктәшлек булды­рырға кәрәклеген аңланы”.

Никарагуа президентының Рәсәй менән мөнәсәбәттәр буйынса махсус вәкиле Лауреано Факундо Ортега Мурильо феке­ренсә, кешелек ни бары берҙәм эшмәкәрлек һәм бер-береһенә ярҙам итеү һөҙөмтәһендә генә көрсөктән сыға ала.
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Читайте нас