Бөтә яңылыҡтар

ЯҢЫ АВТОБУСТАР ҺАТЫП АЛЫНАСАҠ

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты 27 майға «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһына 50 автобус һатып алыу өсөн етештереүселәр араһында аукцион билдәләгән. Башланғыс хаҡ 472,5 млн һум, бер автобус өсөн иң юғары хаҡ - 9,45 млн һум ҡуйылған.

Техника өсөн түләү республика бюджетынан башҡарыласаҡ. Контракт шарттары буйынса ГЛОНАСС системаһы, электрон табло, йылытыу системаһы, вентиляция һәм инвалидтар өсөн айырым урыны булған 25 автобус бер ай эсендә тапшырылған булырға тейеш, ә ҡалғаны икенсе ай дауамында.
Техниканы һатыусы ике йылға йәки 80 мең километр үткәнгә тиклем гарантия бирергә тейеш.
2019 йыл эсендә Башҡортостан бюджетынан «Башавтотранс» транспортын яңыртыу өсөн 1,5 млрд һум бүленгән. Пассажирҙарҙы йөрөтөүсе дәүләт предприятиеһына 350 автоустар һатып алынған. Алдан хәбәр ителеүенсә Башҡортостан етәкселеге бөтәһе Нефтекаманың автомобиль заводынан 589 яңы автобус һатып алырға ниәтләгән.
Читайте нас