Рәсәй сәнәғәт үҫеше фонды Бәләбәй заводына ярҙам итә

Фондтың эксперт советы Бәләбәй «Автокомплект» заводында проектты тормошҡа ашырыу өсөн займ биреүҙе хупланы.

Предприятие еңел машиналарҙың руль менән идара итеү һәм йөрөткөс өлөшө автокомпоненттарын етештереүҙе модернизациялай, мәҫәлән, шарлы таяуҙар, тартыу ҡорамалдары һәм тәгәрмәс көпсәктәре һ.б. Компоненттар автомобилдең капот аҫтындағы полимер деталдәрен юғары температуранан һаҡлай, двигателдең һәм газ (төтөн) сығарыу системаһының тауышын үҙенә тарта, зарарлы газ сығарыуҙы кәметеү маҡсатында двигателде һыуытырға ярҙам итә. Компания үҙебеҙҙә етештерелгән материалдарҙы файҙалана. Продукция «Рено-Ниссан-Автоваз» альянсы, ГАЗ, УАЗ һәм башҡа автомобиль етештереүселәрҙә ҙур һорау менән файҙаланыла.

Предприятиеға займ уртаҡ «Комплектлаусы әйберҙәр» федераль-төбәк программаһы буйынса хупланған. Проекттың дөйөм бюджеты 107,2 миллион һум, уның 59,6 миллион һумы - Рәсәй сәнәғәт үҫеше фондынан (ФРП) льготалы займ, ә 25,5 миллион һумы Башҡортостан Республикаһының Инвестиция-венчур фонды займы рәүешендә бирелгән.
Проектты ғәмәлгә ашырыу продукцияның көнәркәшлеген һиҙелерлек яҡшыртасаҡ, шул уҡ ваҡытта баҙарҙа үҙ өлөшөн 24 процентҡа арттырасаҡ. Белешмә:Рәсәй сәнәғәт үҫеше фонды РФ Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы инициативаһы менән Рәсәй сәнәғәтен модернизациялау, яңы производство ойоштороу һәм импортты алмаштырыуҙы тәьмин итеү өсөн төҙөлгән.
ФРП программаһы Рәсәй предприятиеларына үҙебеҙҙең продукцияны етештереүгә займ менән финанслауға льгота алырға ярҙам итә. Программа иҡтисадтың реаль секторына тура инвестиция ағымын арттырып, 5 миллиондан 750 миллион һумға тиклем 1, 3 һәм 5 процент менән 7 йылға тиклем займ бирә.
Читайте нас