– Әлеге мәлдә сумманың 25,9 проценты йәлеп ителгән. Аҡсалар тулыһынса 1 ноябргә тиклем ҡулланылып бөтөргә тейеш, – тип аңлатып үтте ул.
Билдәле булыуынса, республика 13 индустриаль парк эшләй, уларҙың өсәүһе былтыр сафҡа индерелгәйне.
Шулай уҡ Сәнәғәтте үҫтереү фонды Башҡортостанда урынлашҡан сәнәғәт предприятиелары проекттарын ҡарап үтеп, уларҙы дәртләндереүҙе хуплаған һәм 4 миллиард һум күләмендә ярҙам иткән. Займдарҙың дөйөм күләме 2,5 миллиард һум тәшкил иткән.