Ашҡаҙар
+15 °С
Облачно

МЕРКУРИЙ ҺӨТ ХАҠЫНА ЙОҒОНТО ЯҺАМАЯСАҠ

Рәсәйҙә «Меркурий» электрон ветеринар сертификация системаһын тулыһынса индерергә әҙерҙәр. Россельхознадзорҙа хәбәр итеүҙәренсә, яңы система һөт продукцияһына булған хаҡтарға тәьҫир итмәйәсәк.«Меркурий»ҙы план буйынса 1 июлдән эшләтә башларға тейештәр. Система бөтә малсылыҡ продукцияһына ветеринар сертификаттар алыу өсөн кәрәк буласаҡ. Яңы тәжрибә баҙарҙа булған контрафакт продукция менән көрәшергә ярҙам итәсәк.

Ведомство билдәләүенсә «Меркурий» йыл дауамында һынау режимында эшләп килгән һәм 1 июлдән башлап малсылыҡ продукцияһын етештереүселәр уның менән мотлаҡ ҡулланырға тейеш.
Читайте нас