Компанияның тағы ла бер масштаблы проекты ул 3000 мал һыйҙырышлы һөт фермаһы булдырыу, комплексты Кононовский ауылы эргәһендә төҙөйәсәктәр. 3 млрд һумлыҡ проектты 2021-2025 йыл арауығында ҡороп сығырға ниәтләйҙәр. Яңы объект 118 кешегә эш урыны булдырасаҡ.
Әгәр ҙә агрохолдинг өҫтөнлөклө инвестиция проекттары башҡарыусылар рәтенә индерелһә федераль субсидия алыу мөмкинлеген аласаҡ. Ә субсидия ярҙамында лизинг программалары аша илебеҙҙә етештерелгән ауыл хужалығы техникаһы һәм тоҡомло мал һатып алырға мөмкин.
Радий Хәбиров дәүләт яғынан хужалыҡҡа ярҙам итергә һәм проектты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә ҡушты.