«Башҡортостанда хәләл продукция сит илгә күберәк оҙатыла башланы. Игендән, ит продукцияһынан тыш, балыҡты экспортҡа сығарыу мөмкинлеген һорайҙар. Билдәле булыуынса, балыҡ былай ҙа хәләл, ләкин барыбер башҡа илдәр ошо билдәне талап итә. Бынан тыш, республикабыҙҙа витамин заводы бар, дарыу етештерелә. Әгәр уларҙы хәләлгә күсерһәк, Башҡортостан өсөн яңы баҙарҙар асылыр ине», — тип өҫтәне Айнур Бирғәлин.
Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Рушан Әббәсов һүҙҙәренсә, бөгөн республиканың хәләл продукцияны экспортҡа сығарыу ҡеүәте шаҡтай ҙур, Сәғүд Ғәрәбстаны, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Кувейт, Бахрейн, Катар кеүек ғәрәп-ислам донъяһы илдәренә сығыу мөмкинлектәре бар.