Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
1 Ғинуар 2021, 02:00

Күмертауҙа яңы завод төҙөйҙәр

Кумертауҙа фиброцемент плиталар эшләп сығарыу өсөн завод төҙөү планлаштырыла. Был турала Радий Хәбиров уҙғарған кәңәшмәлә ҡарар ҡабул ителгән.

Ҡытай инвесторы – «Юаньянвэйли» Цзянси сауҙа-сәнәғәт компанияһы ҡатнашлығында төҙөләсәк объект өсөн 2 миллиард һум самаһы инвестициялар һалыу планлаштырыла. Заводта 300-ҙән ашыу эш урыны булдырыласаҡ, тип фаразланыла.
Бинаны төҙөүҙә юғары сифатлы сүсле цемент таҡтаһы етештереүҙә «Дасян-Стройматериалы» предприятиеһы ҡатнашасаҡ. Әйтергә кәрәк, материал артыҡ дымға бирешмәй, биналарҙы тыштан изоляциялай һәм йылыны ныҡ һаҡлай торған сифаттарға эйә.
Был продукция беҙҙең республикаға Ҡытайҙан килтерелгәне бар, һәм ул ҙур һорау менән ҡулланыла, – тип билдәләне БР хөкүмәте аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажитдинов. – Шуға ла үҙебеҙҙә бындай плиталарҙы етештереүсе производство бул-дырыу Башҡортостанда актуаль булып ҡала.
Р. УСМАНОВА.
Читайте нас