Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
1 Ғинуар 2021, 02:00

Үткән йыл уңышлы булған

Ҡалала төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәренең активы уҙҙы. Сарала Төҙөлөш һәм архитектура буйынса БР Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Динар Хәлитов, хакимиәт башлығы Владимир Куликов, уның үҫеш һәм төҙөлөш буйынса беренсе урынбаҫары Александр Пантелеев, шулай уҡ проект, төҙөлөш һәм ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың етәкселәре ҡатнашты.

Активта төҙөлөш өлкәһендә 2017 йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды һәм 2018 йылға пландар билдәләнде. Төп доклад менән Александр Леонтьевич Пантелеев сығыш яһаны. Ул 2017 йылда төҙөлгән торлаҡ һәм социаль инфраструктура объекттарына байҡау яһаны. Үткән йыл 110, 5 мең кв.м. торлаҡ тапшырылған, 192 шәхси йорт һалынған. 2018 йылдың 1 ғинуарына торлаҡ майҙаны менән тәьмин итеү бер кешегә уртаса 21,7 кв.м тура килә, ҡаланың торлаҡ фонды – 6 млн кв.м.-ҙан артығыраҡ. 2017 йылда 110 мең кв.м. торлаҡ сафҡа индерелһә, 2018 йылда иһә 94 мең кв.м. - ға яҡын торлаҡ төҙөлөргә һәм тапшырылырға тейеш. Александр Пантелеев билдәләүенсә, ҡала халҡының һатып алыу һәләте кәмеү сәбәпле, торлаҡҡа ихтыяж кәмегән. Әйткәндәй, ҡала буйынса уртаса эш хаҡы – 24 583 һум, ә төҙөлөш тармағында 23 417 һум тәшкил итә икән. Был ысынбарлыҡҡа тура килмәй, минеңсә.
Әлеге ваҡытта ҡалала 22 күп фатирлы йорт һалынып ята. 2017 йылда хакимиәт тарафынан йәмәғәтселек инфраструктураһын үҫтереүҙе тор-мошҡа ашырыу буйынса бихисап эш башҡарылған. Мәҫәлән, ҡаланың Көнбайыш районына ҡараған 5-се микрорайонда мәктәп төҙөү дауам итә, уны 2018 йылда сафҡа индереү көтөлә. Иоанн Креститель сиркәүе сафҡа индерелде, “Искра” кинотеатрын төҙөкләндереү проекты эшләнгән, Совет урамы һәм Эстәрле йылғаһы араһында урынлашҡан Хоҙайбирҙин урамына ҡараған ике сауҙа-мауыҡтырыу үҙәге төҙөлөп ята.
Коммерция нигеҙендә йорт-тар төҙөү менән бер рәттән ҡала граждандарҙы авариялы йорттарҙан күсереү, социаль торлаҡ төҙөү кеүек программаларҙы ла тормошҡа ашыра. Әйтәйек, үткән йылда йәтим балаларға 66 фатир бирелгән.
Ҡала үҫә һәм киңәйә. Яңы микрорайондар халыҡ мәнфәғәтенән сығып барлыҡҡа килә. 2018-2019 йылдарҙа Көнбайыш микрорайонында өс 25 ҡатлы йорт төҙөү күҙаллана.
Шулай уҡ 2018 йылда Рспублика адреслы инвестицион программа иҫәбенә Стәрлетамаҡ районының Заливной һәм Наумовка ауылдары сиктәренә ҡараған ерҙәрҙән Стәр-летамаҡтың күп балалы һәм инвалид балаһы булған ғаиләләренә ер биләмәһе бүлеү ҡарала.
Владимир Куликов үҙенең сы-ғышында ҡалабыҙҙа төҙөлөп ятҡан ике мәктәп «Республиканың 100 йыллығына – 100 объект» иҫәбенән төҙөлә, тип белдерҙе. Уларҙың береһе 5-се микрорайонда һалынып ятҡан 1225 урынлыҡ мәктәп булһа, икенсеһе Шахтау ҡасабаһында төҙөлөп ятҡан 340 урынлыҡ белем усағы. Ҡаланың биҙәлешен ыңғай яҡҡа үҙгәртеү, төҙөкләндереү тураһында күп һүҙ булды сара барышында.
Сарала яңы күп фатирлы йорттар, социаль объекттар төҙөү тураһында төҙөлөш ойошмаларынан килгән вәкилдәр ҙә сығыш яһап, үҙҙәренең уңыштары һәм төҙөлөш барышында осраған ҡаршылыҡтарҙы ла билдәләп үтте. Һуңынан хакимиәт башлығы Владимир Куликов төҙөлөш тармағында эшләүсе лайыҡлы хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм һәммәбеҙҙе лә һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Читайте нас