Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәнәғәт һәм иҡтисад
14 Ғинуар 2021, 05:10

Стартап мәктәбен яулай беҙҙең егеттәр

Skolkovo стартап мәктәбенең көҙгө-ҡышҡы миҙгеле буйынса һөҙөмтәләр иғлан ителде. Сколково белгестәре фекеренсә, Башҡортостан егеттәре Айрат Ғәлләмов һәм Рауил Заһировтың AWBISS (АБИСС) стартапы Рәсәйҙең өс иң яҡшы проектына инә.#Цифроваяэкономика #Һанлыиҡтисад #Миллипроект #Нацпроект #Региональныепроекты

Был миҙгелдә Skolkovo стартап мәктәбендә 20-нән ашыу технологик эшҡыуар ҡатнашты, уларҙың 12-һе финалға үтте. Онлайн-программа ай буйына дауам итте һәм мәғлүмәт технологиялары, яһалма интеллект, VR, сәнәғәт технологиялары, EdTech һәм биомедицинаға бағышланды.
Өфө егеттәре күрһәткән AWBISS – яһалма интеллект ярҙамында быраулау технологияһы сифатын арттырыу стартап проекты призлы урынға өлгәште. Баһалама комиссияһы ағзалары Башҡортостан инноваторҙарының проекты сит илдәргә экспортлау өсөн дә мәғәнәгә эйә булыуын һәм нефть компанияларына аҡсаларын экономияларға ярҙам итергә мөмкинлек килтереүе тураһында белдерҙе.
AWBISS проектының төп маҡсаты – яһалма нейрондар системаһы ярҙамында ер ҡатламдарының структураһы үҙгәрешенә яраҡлашып, скважиналарҙы быраулауҙы автоматлаштырыуға күсереү. Яңы технология ярҙамында бер белгес бер юлы бер-нисә скважинаны хеҙмәтләндерә аласаҡ. Проект өҫтөндә эшләүсе егеттәр Айрат Ғәлләмов һәм Рауил Заһиров Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы заказы буйынса булдырылған IT-технологиялар акселераторы ҡатнашыусылары булып тора. Уйлап табылған ысул йәнә лә инновацияларға булышлыҡ итеү фондының өс миллион һумлыҡ грантына эйә булған.

Читайте нас