Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Сәнәғәт һәм иҡтисад
15 Март 2021, 06:22
Башҡортостанда яҙғы сәсеүлек эштәрен башҡарыу өсөн 16,5 млрд һум аҡса талап ителәсәк, уҙған йылда сығымдар 11,6 процентҡа әҙерәк булған.
Был турала республиканың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов Стәрлебаш районында үткән ауыл хужалығының зональ конференцияһы барышында хәбәр итте. Сәсеүлектәрҙең дөйөм майҙаны 2,9 миллион гектарға етергә тейеш, былтырғы менән сағыштырғанда майҙандар 40 мең гектарға арта. Бойҙай һәм борсаҡ культураларын 1,79 миллон гектар майҙанында сәсәсәктәр. Бына тыш шәкәр сөғөлдөрө һәм көнбағыш сәсеүлектәрен дә арттырырға уйлайҙар. Рәмил Нуриәхмәтов һүҙҙәренсә, яҙғы сәсеүгә йүнәлтелгән сығымдарҙың артыуы минераль ашламаларға, запас өлөштәрҙең һәм техниканы ремонтлау, май-яғыулыҡ материалдарына хаҡтар артыу менән бәйле.
Башҡортостанда 2021 йылдың яҙғы сәсесеү кампанияһында төп финанслау сығананағы ҡыҫҡа ваҡытлы льготалы кредиттар булып торасаҡ. Уларҙың дөйөм күләме 50 проценттан ашыу буласаҡ һәм 8,5 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"