Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло

“Ташламалы ипотека”ны ташламайҙар әле

Рәсәй банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина яңы төҙөлөштәрҙә торлаҡҡа ташламалы (льготалы) ипотеканың көрсөккә ҡаршы программаһын Рәсәйҙең 24 төбәгендә дауам итергә булыр ине тип белдерҙе.

Ул был йәһәттән Башҡортостанды ла атаны. Рәсәй буйынса беренсе торлаҡ баҙарында был төбәктәрҙә потенциаль тәҡдимдәр кимәле юғарыраҡ икән. Әйткәндәй, ул шулай уҡ һуңғы арала шау-шыу тыуҙарған рәсәйлеләргә банкта залогта булған торлаҡты үҙҙәренә һатырға рөхсәт итеү идеяһын да хупланы.
Читайте нас