Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда аҡсалата килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк халыҡтың өлөшө 2019 йылда 12,1% — 491, 9 мең кеше тәшкил иткән. 2018 йыл менән сағыштырғанда – 12,0% йәки 487,5 мең кеше.
2019 йылдың дүртенсе кварталында йәшәү минимумы 9 222 һумға тиң булған. Бөгөн йәшәү минимумы – 10 015 һум.
Хеҙмәт министрлығында билдәләүҙәренсә, дөйөм алғанда, Рәсәйҙә халыҡтың ярлы өлөшө (килеме йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк) 12,3% йәки 18,1 миллион кеше тәшкил итә. 2018 йылда иһә 12,6% йәки 18,4 миллион кеше.
Бынан алда 2021 йылдан йәшәү минимумының элекке кеүек кварталға түгел, ә бер йылға билдәләнеүе тураһында хәбәр ителгәйне.
Йәшәү минимумы социаль контракт, өс йәшкә тиклемге балаға айлыҡ пособие, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр кеүек дәүләт ярҙамын күрһәткәндә граждандарҙың мохтажлығын баһалау өсөн ҡулланыла.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, республикала бөтәһе 4,016 миллиондан ашыу кеше йәшәй.