Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәнәғәт һәм иҡтисад
9 Апрель 2021, 04:40

СТӘРЛЕТАМАҠҠА ЯҢЫ ТРОЛЛЕЙБУСТАР КИЛӘ

Өфө трамвай-троллейбус зоводы етештергән автоном йөрөшлө 10 транспорт Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары урамдары буйлап йөрөйәсәк.«Горожанин» маркалы яңы троллейбустарҙы Өфөлә үткән Рәсәй сәнәғәт форумы барышында тапшырҙылар. Асҡыстарҙы Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе тапшырҙы.

Троллейбустар Өфө трамвай-троллейбус зоводы тарафынан Минск автозаводы менән стратегик партнерлыҡ килешеүе буйынса булдырылған. Өфө заводы директоры Денис Рассадников һүҙҙәренсә, троллейбустың оҙайлы ваҡытҡа автоном рәүешле хәрәҡәт итә алыуы яңы техниканың өҫтөнлөгө булып тора.
Троллейбус селтәрҙәргә тоташмаған килеш кәм тигәндә 20 километр араны үтә ала. Йәмәғәт транспортының хаҡы – 18,5 миллион һум.
Радий Хәбиров яңы троллейбустарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң был техниканы етештереү тылыһынса үҙебеҙҙә башҡарылырға тигән йөкләмә бирҙе. Завод етәкселеге, был мәсьәлә өҫтөндә эш алып барылыуы тураһында белдерҙе.
Республикала экологик таҙа транспортҡа һорау ҙур, Өфө трамвай-троллейбус зоводы килтергән мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостанда троллейбус парҡы 98 процентҡа тиклем иҫкергән. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн Республикаға 300 яңы троллейбус кәрәк. Яңы ун троллейбус ошо көндәрҙә линияға сығасаҡ.
Башҡортостандың транспорт министрлығы 2021 йылдың мартында тәпәш иҙәнле троллейбустар һатып алыу буйынса офсет контракты төҙөгән. Уның шарттары буйынса республика 1 миллиард һумға 45 техника һатып алырға әҙер.

Читайте нас