Шул уҡ ваҡытта республикала реаль эш хаҡы 2020 йылдың ғинуар-февраленә ҡарағанда 0,1 процентҡа кәмегән.
Башстатта белдереүҙәренсә, быйыл февралдә уртаса хеҙмәт хаҡы 37 332 һум булған.
Һайланма тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың декабрендә – 2021 йылдың февралендә 15 йәшлек һәм унан өлкән эшсе көстәр һаны – яҡынса 1,942 миллион. Шуның 1,841 миллионға яҡыны иҡтисадта мәшғүл булһа, 101 меңдән ашыуы эшһеҙ тип иҫәпләнгән.
Былтыр декабрҙә – быйыл февралдә дөйөм эшһеҙлек кимәле 5,2% тәшкил иткән.