Инвестор техник киндерҙе әүҙем үҫтерә, шулай уҡ ул төҙөлөш эштәренә тотонған, етештереү һәм склад биналары, юл, электр тапшырыу линиялары төҙөгән.
Проектҡа һалынырға тейешле аҡсаның дөйөм күләме – 200,5 миллион һум, тип билдәләне Эдуард Рамазанов. Шул уҡ ваҡытта 75 яңы эш урыны булдырыла. Проектты 2022 йылда бойомға ашырыу күҙаллана.
«Инвестиция сәғәте»ндә ҡатнашыусылар проектты хупланы. Инвесторға май культуралары үҫтереү өсөн ауыл хужалығы ерҙәрен ҡуртымға алыу йәһәтенән ярҙам күрһәтеләсәк.