Республика хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Кушнаренко, Дәүләкән, Илеш, Бүздәк, Бишбүләк, Йәрмәкәй һәм Күгәрсен райондарының агросәнәғәт предприятиелары льготалы кредитлау программаһында әүҙем ҡатнаша.
Кредит алыу өсөн ғаризаны тәүҙә банк, һуңынан Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы ҡарай, шулай уҡ ул махсус рөхсәте булған банктар исемлеген төҙөй.