Башҡортостандың «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыусы Стәрлетамаҡ предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеге ике тапҡырға тиерлек артҡан. Был турала БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итә.
«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектын тормошҡа ашырыу бизнесты нәтижәле алып барыу өсөн шарттар булдырырға форсат бирә. Пандемия предприятиеларға үҙгәрә башлауҙың мөһим икәнлеген һәм нисек итеп яңы ҡарарҙар ҡабул итергә, етештереү процестарын системаға һалырға кәрәклеген күрһәтте.
Һаҡсыл технологиялар индереү камиллашырға һәм иҡтисади файҙа алырға форсат бирә. Стәрлетамаҡта «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты 7 предприятиела тормошҡа ашырылды. Ҡатнашыусы предприятиеларҙа беренсел иҡтисади нәтижә 1 миллион һумдан ашты", - тип хәбәр итә Рөстәм Моратов.
Уның һүҙҙәренсә, предприятиеларҙағы продукттарҙың пилот ағымдарында ҡорамалдарҙың уртаса тәьмин ителеше 1,7 тапҡырға артҡан, етештереү процесы ваҡыты 2-3 тапҡырға ҡыҫҡарған, предприятиеларҙа ҡорамалдарҙың эшһеҙ буш тороуы уртаса 1,6 тапҡырға кәмегән, тамамланмаған етештереү күләмдәре 2-2,5 тапҡырға кәмегән.
Әле Башҡортостанда республиканың 106 предприятиеһы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты ҡатнашыусылары булып тора.
«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты 2018 йылда РФ Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған һәм 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешен йыл һайын 5 процентҡа күтәреү өсөн шарттар булдырырға өндәй.
Проект шулай уҡ хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше проблемаһына бизнес мәнфәғәтен билдәләргә, Рәсәйҙә хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү буйынса продукт булдырыу һәм баҙар хеҙмәте күрһәтеүҙе билдәләргә өндәй. Проектта ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең 85 субъектынан 6300 предприятие йәлеп ителә.
БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.