Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло

Башҡортостанда ит эшкәртеү буйынса эре предприятие төҙөлә

Башҡортостан хөкүмәте һәм «Таврос» ЯСЙ республикала итте тәрәнтен эшкәртеү буйынса заманса предприятие булдырыуға бәйле инвестиция килешеүе төҙөгән.

Килешеүгә Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡул ҡуйылған. Документҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм AVG Capital Partners тура инвестициялар фондының идара итеүсе партнеры Рөстәм Мирғәлимов ҡул ҡуйған.
Проект тәүлегенә 200 тонна һыуындырылған ит һәм 100 тонна колбаса изделиелары етештереү өсөн сәғәтенә 240 баш һуғым һуйыу линияһын күҙ уңында тота.
Рөстәм Мирғәлимов журналистарға әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда итте тәрәнтен эшкәртеү предприятиеһын проектлау тамамланған. Быйыл августа төҙөй башларға уйлайҙар.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас