Дөйөм хаҡы 6,3 миллиард һумлыҡ инвестиция проекты 2026 йылға тиклем иҫәпләнгән, ул йылына 10 миллион квадрат метр керамик плитә сығарыуҙы күҙаллай. Һөҙөмтәлә 270 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Килешеү нигеҙендәге үҙ-ара эшмәкәрлек бизнес-проектты, финанс һәм техник документтарҙы, шулай уҡ проектҡа дәүләт ярҙамы саралары комплексын формалаштырыуҙы үҙ эсенә ала.
Документҡа ҡул ҡуйыр алдынан Радий Хәбиров менән Йозеф Ласселсбергер эшлекле осрашыу үткәрҙе. Унда компанияның төбәктәге ағымдағы эшен һәм яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре хаҡында һөйләшеү булды.
- Башҡортостан инвестициялар өсөн асыҡ. Килешеү эшмәкәрлегебеҙ үҫешенә ярҙам итер тип ышанам. Ул республика өсөн яңы эш урындар барлыҡҡа килтерәсәк, – тине Йозеф Ласселсбергер. – Республика килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ ҡылыр тип ышанабыҙ.
Башҡортостан Республикаһының рәсми сайтынан.