Стәрлетамаҡ районынының «Алға» махсус иҡтисад зонаһында завод төҙөлә башланы, тип хәбәр итәләр Стәрлетамаҡ районы матбуғат хеҙмәтенән. Яңы производство «ГазпромНефтехимСалауат» ЯСЙ менән Кантюковка ауылы араһында буласаҡ.
Производство 2023 йылда эшләй башлаясаҡ, тип планлаштырыла. Инвестициялар күләме 2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Предприятиела 117 эш урыны булдырырға уйайҙар.
"Экология мәсьәләһенә килгәндә, лаборатор тикшереүҙәр йомғаҡтары буйынса, бысратыусы матдәләрҙең рөхсәт ителгән концентрациянан артыҡ булыуы асыҡланмаған. Сәнәғәт объекттарын төҙөгәндә һәм файҙаланғанда бөтә экосистема компоненттары үҙгәреше характерын иҫәпкә алып, предприятие-резиденттар тарафынан етештереү экологик контроль программаһын эшләтеп ебәреү мәсьәләләре өйрәнелә", - тиелә Стәрлетамаҡ район хакимиәте матбуғат хеҙмәте белдереүендә.