Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло

Фатирҙы ҡуртымға алыу ҙа, биреү ҙә осһоҙлана

Июнь айында ҡуртымға алған торлаҡҡа хаҡтар төштө.

Был бигерәк тә эре ҡалаларҙа һиҙелә. Июнь, июль айҙары оҙаҡҡа һәм осһоҙораҡҡа фатирға инеүселәр өсөн иң ҡулайлы айҙар. Уның сәбәбе ябай ғына: студенттар һәм башҡа ҡалаларҙан килгән хеҙмәткәрҙәр йәйге осорҙа төрлө тарафтарға юллана. Шуға күрә фатирға ҡытлыҡ бөтә. Икенсенән илдәге компанияларҙың яртыһы тиерлек карантиндан һуң хеҙмәткәрҙәренең бер өлөшөн ситтән тороп эшләтеүен дауам итә әле. Шуға күрә уларҙың фатирға мохтажлығы ҡалмай. Улар илдең һәм донъяның теләһә ниндәй мөйөшөнән тороп эшләй ала, эшкә барам тип күсенәһе түгел. Һөҙөмтәлә ҡуртым баҙарында фатир эҙләүгә ҡарағанда күберәген фатир тәҡдим итеү күҙәтелә. Хәлдең ошолай боролошо хаҡтарға ла тәьҫир итмәй ҡалмай.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас