Дөйөм төҙөкләндереү барышында санаторийҙа тағы ла «Һаулыҡ һуҡмағы» ойоштороласаҡ, бинаға капиталь ремонт яһала, күңел асыу майҙансыҡтары һәм кафе, бейеү майҙаны булдырыласаҡ.
Был турала социаль селтәрҙәрендәге үҙ сәхифәһендә «Башҡорт сода» компанияһының гендиректоры Эдуард Давыдов яҙып үткән.
- Ҙур булмаһа ла, әммә заманса ҡоролған аквапарк төҙөлөшө яҡшы булыр, - тип яҙған етәксе.