Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло

ИҠТИСАД ЭКОЛОГИЯҒА ЗЫЯН КИЛТЕРЕРГӘ ТЕЙЕШ ТҮГЕЛ

«Алға» махсус иҡтисади зона биләмәһендә һауа сифатын тикшереп тороусы ҡорамалдар ҡуйырға ниәтләйҙәр.

Мониторинг яһаусы ҡорамалды «Мегафон» компанияһы ҡуйырға тәҡдим итә. Ҡәрәҙле селтәр бәйләнеше операторы ошондай уҡ һауа сифатын тикшереп тороусы ҡоролмаларҙы Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә урынлаштырған булған. Ҡоролмаларҙың төрҙәре, уларҙы ҡороу һәм башҡа төрлө һорауҙарҙы асыҡлар өсөн иҡтисади зонаның идарасы компанияһы Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы етәкселеге «Мегафон» ҡәрәҙле селтәр бәйләнеше операторы менән осрашыу ойошторҙо.
- Беҙ был биләмәлә булған предприятиелар тәбиғәткә зыян килтермәй эш алып барырға тейеш тигән фекерҙә. Бының өсөн һауа сифатына мониторинг яһалып торорға тейеш, уның ярҙамында зарарлы матдәләр һауаға сығарлғанын белеп, сәбәбен асыҡлап ҡыҫҡа ваҡытын эсендә туҡтатыу мөмкин. Тап бының өсөн заманса ҡорамалдар кәрәк. Мегафон компанияһы был талаптарға тура килгән һауа анализаторын ҡуйырға әҙер, әлеге мәлдә дәүләт-шәхси партнерлыҡ форматындағы килешеү тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, - тине Башҡортостан Республикаһыныңйынса Үҫеш корпорацияһы Наил Ғәббәсов.
Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә «Алға» махсус иҡтисади зона биләмәһе Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында урынлашҡан һәм 468 гектар майҙанға торош.
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас