– Бөгөн Шишмә май экстакцияһы заводы продукцияһы – рапс майы оҙатылды. Ул республика сеймалынан етештерелгән, – тине ауыл хужалыҫы министры урынбаҫары Юрий Лысов.
Уның әйтеүенсә, тап май продукцияһы Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләмендә күпселекте тәшкил итә. Былтырғы йомғаҡтарға ҡарағанда, 177,7 миллион АҠШ доллары күләмендә продукция экспортланған. Шишмә май экстакцияһы заводы генераль директоры Айҙар Яҡупов билдәләүенсә, юлға сыҡҡан өсөнсө составта – 1730 тонналыҡ рапс майы ҡойолған 82 контейнер.
Әйткәндәй, Ҡытай Халыҡ Республикаһында рапс майына ихтыяж ҙур, уны аҙыҡ-түлек өсөн ҡулланалар. Быйыл “Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты” төбәк проекты буйынса 167 миллион долларлыҡ күрһәткескә өлгәшеү планлаштырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, 2024 йылға был һан 223,9 миллион долларға етергә тейеш.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/377132/