Сизов һүҙҙәренсә Рәсәй баҙарында хаҡтарҙың кәмеүе һиҙелә башлаған, әммә тотош донъяла күҙәтелгән һиҙелерлек арзанайыу беҙҙә әлегә күҙәтелмәй. Донъя баҙарына ҡарағанда күптән түгел генә көнбағыш майының тоннаһы 1,7 мең доллар менән һатылған, әле ул 1,1 мең доллар тәшкил иткән.
Уңыш алыуға килгәндә, быйыл ул рекордлы булырға тейеш - 15,9 миллион тонна көнбағыш йыйыу көтөлә. Максимум ике йыл элек теркәлгән, ул ваҡытта 15,4 миллион көнбағыш йыйылған булған.
Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыу мәсьәләһен тура линия барышында президент Владимир Путин да аңлатып үткән ине.
Ил президенты һүҙҙәренсә, донъя баҙарында аҙыҡ-түлеккә хаҡтар ун йыл дауамында иң юғары күрһәткестәрҙә һаҡлана. Аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыу бөтә донъя тенденцияһы, тип аңлаты ул. «Беҙҙә аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыу былтыр иң юғары күрһәткестәргә етте. Иң күбе шәкәргә хаҡ – 41 процентҡа уҡ артты, шулай уҡ көнбағыш майы ла үтә ныҡ ҡиммәтләнде», - тине ил башлығы.