Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
9 Декабрь 2021, 13:09

Радий Хәбиров «БелАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды

8 декабрҙә Беларустың Минск өлкәһе Жодино ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «БелАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Концерн карьер техникаһын етештереү буйынса донъялағы иң алдынғы ете предприятие рәтендә. Улар етештергән тауарҙың 65 проценттан ашыуы Рәсәйҙә һатыла.

Радий Хәбиров «БелАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды
Радий Хәбиров «БелАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды

Төбәк етәксеһе завод цехтарын ҡарап сыҡты, етештереү технологияһы, әҙер техника өлгөләре менән танышты һәм яңыртылған карьер самосвалы кабинаһында йөрөнө.

«БелАЗ»дың генераль директоры Сергей Никифорович предприятиела ун меңдән ашыу кеше хеҙмәт итеүен әйтте. Улар самосвалдар, тейәгестәр, бульдозерҙар, ер аҫты эштәре өсөн һәм башҡа күп төрлө техника етештерә.

Быйыл сентябрҙә БЕЛАЗ-540 беренсе карьер самосвалы моделе сыға башлауға 60 йыл тулған. 1948 йылда нигеҙ һалынған заводта 130 меңдән ашыу самосвал эшләнгән. Уға донъяның 70 иленән заказ бирәләр.

Радий Хәбиров етештереү мәҙәниәтен һәм автозаводтың үҫеш темпын юғары баһаланы, шулай уҡ Башҡортостан предприятиеларының карьер техникаһына ихтыяжы тураһында әйтте.

– Беҙгә «БелАЗ» кеүек сәнәғәт гиганты эшмәкәрлеген өйрәнеү бик ҡыҙыҡ. Беларусь Республикаһының был тарихи предприятиены һаҡлап ҡала алыуы мөһим. Бөгөн һеҙҙең тауар халыҡ-ара баҙарҙа бик кәрәк. Был ил етәксеһенең грамоталы сәнәғәт сәйәсәте тураһында һөйләй. Уның ыңғай тәжрибәһе Башҡортостанға ла файҙалы буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Беларусь самосвалдары беҙҙең УГМК холдингы предприятиеларында эшләй. Яҡын арала беҙ «БелАЗ» менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм төбәккә яңы техника килтереү мөмкинлектәрен тикшерәсәкбеҙ.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан.

Автор:
Читайте нас: