Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
16 Декабрь 2021, 15:25

Республикала «Инвестиция сәғәт»тәрендә 400 проект ҡаралды

Баш ҡалала «Өфө» индустриаль паркының етештереү майҙансығында «Инвестиция сәғәте»нең йөҙөнсө ултырышы үтте. Улар эшҡыуарлыҡ менән власть араһында үҙенә күрә ышаныс күперенә әүерелде, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, ошондай берлектәге эш республикаға инвестиция йәһәтенән үҙенә йәлеп иткән биш төбәк иҫәбенә инергә мөмкинлек бирҙе. Иҡтисадта коронавирус пандемияһына бәйле ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, республикала инвестициялар арта.

«Инвестиция сәғәттәрендә системалы мәсьәләләр ҙә хәл ителә. Был кәңәшмәләрҙә Австрияла, Төркиәлә, Башҡортостанда вәкиллектәр асыу мәсьәләһен тикшерҙек. «Алға» махсус иҡтисади зонаһының ниндәй буласағы тураһында фекер алыштыҡ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың октябренән инвесторҙар менән уларҙың проекттарын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре буйынса аҙна һайын осрашыу үткәрелә башланы. «Инвестиция сәғәт»тәрендә 396 проект ҡаралды, уларҙың дөйөм инвестиция күләме 815 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Йәмғеһе 66 меңдән ашыу эш урыны булдырыу планлаштырыла.

2018 йылдан Инвестиция комитеты ултырыштарында ҡаралған проекттар буйынса 396 проект өсөн дөйөм суммаһы 21 миллиард һумдан күберәк ярҙам сараһы билдәләнгән.  

Быйыл Әбйәлил районында «Цемикс» ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү заводын асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡатнашты.  

Бөгөн Башҡортостандың инвестиция портфелендә республика иҡтисадына 965 миллиард һум һалыуҙы күҙ уңында тотҡан 1682 проект бар.

Башинформ.

Республикала «Инвестиция сәғәт»тәрендә 400 проект ҡаралды
Республикала «Инвестиция сәғәт»тәрендә 400 проект ҡаралды
Автор:
Читайте нас: