Ашҡаҙар
+22 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
10 Ғинуар 2022, 11:09

ОСАГО полисына күберәк түләргә

Рәсәй Федерацияһының Үҙәк Банкы тарафынан сығарылған ОСАГО полистарына ҡағылышлы указы көсөнә инде, уға ярашлы иң юғары коэффициент Башҡортостанда.

ОСАГО полисына күберәк түләргә
ОСАГО полисына күберәк түләргә

9 ғинуарҙан башлап автомобиль страховкаһы тарифы бөтә ил буйылап 10 процентҡа арттырылды.  Хәҙер тариф буйынса иң түбән хаҡ - 2224 һум, ә иң ҡиммәте- 5980 һум тәшкил итә. Әлбиттә тарифта иң түбән хаҡ 2224 һум тәшкил итһә лә, полистың хаҡына коэффициенттар йоғонто яһай. Тап яңы ҡарар буйынса Башҡортостандың ҡайһы бер ауыл һәм бәләкәй ҡалаларында ул 36 процентҡа уҡ барып еткән. Бынан тыш коэффициентҡа тағы ла автомобилдең кеүәте, водителдең стажы һәм йәше, бонус-малус(КБМ) күрһәткесе өҫтәлә. Һуңғы күрһәткес авария осраҡтары булмаған водителдәргә ташлама формаһында ҡулланыла, ә авария ойоштороуҙа ғәйепле булыусыларға киреһенсә проценттар өҫтәлә.

Әйткәндәй, йыл һайында ОСАГО полисына бәйле бәхәстәр булып тора. Үткән йылда мәҫәлән, полисты һатып алғанда автомобилдең техник торошон тикшереү (техосмотр) буйынса фекер алышыуҙар барһа. Ә бер нисә йыл элек полистарҙы һатып алып булмауға бәйле, ОСАГО полисын электрон форматҡа күсереү ойошторолғайны.

ОСАГО полисына күберәк түләргә
ОСАГО полисына күберәк түләргә
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: