Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
31 Ғинуар 2022, 10:55

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы дәүләт мәғлүмәт системаһына теркәл

Был система, бер яҡтан, торлаҡ фонды, хеҙмәттәр хаҡы һәм исемлеге, дөйөм мөлкәт ремонты, түләү буйынса бурыстар тураһындағы мәғлүмәтте йыйыу һәм файҙаланыу менән шөғөлләнә. Икенсе яҡтан, ул онлайн тәртибендә шәхси кабинет аша торлаҡ милексеһен йорт менән идара итеү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү тураһындағы мәғлүмәт менән тәьмин итергә тейеш. Платформаға https://dom.gosuslugi.ru/#!/main һылтанмаһы аша инеп була. Портал Дәүләт хеҙмәттәре порталына беркетелгән, үҙегеҙҙең шәхси кабинетығыҙ аша был сайтҡа теркәлә алаһығыҙ. Шулай уҡ iOS һәм Android системаһы аша эшләгән мобиль ҡушымталар ҙа булдырылған. Портал аша идарасы компанияның бар эшмәкәрлеген белеп барырға һәм мөрәжәғәт итергә була.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы дәүләт мәғлүмәт системаһына теркәл
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы дәүләт мәғлүмәт системаһына теркәл

Системаға мәғлүмәтте дәүләт власы органдары (Росреестр, Миграция хеҙмәте, Һалым хеҙмәте, Пенсия фонды, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды һәм башҡалар), урындағы үҙидара органдары, юридик шәхестәр, шәхси эшҡыуарҙар бирә. Ә ҡулланыусылар булып кешеләр, күп фатирлы йорт советтары, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, ойошмалар һәм эшҡыуарҙар тора.

Барлыҡ яуаплы ойошмалар һәм ведомстволар менән тейешле ойоштороу эше башҡарылған.

#минстройроссии #гисжкх #ЖКХменяется #стерлитамак

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы дәүләт мәғлүмәт системаһына теркәл
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы дәүләт мәғлүмәт системаһына теркәл
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: