Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
8 Февраль 2022, 14:30

Ипотека буйынса ставка 10% сикте үтте

20 банктың уртаса ипотека ставкаһы 10% сикте үтте. Был хаҡта ДОМ.РФ порталы мәғлүмәттәренә һылтанма менән «Российская газета» хәбәр итте.

Ипотека буйынса ставка 10% сикте үтте
Ипотека буйынса ставка 10% сикте үтте

Уҙған аҙнала яңы төҙөлгән йорттарға ипотека буйынса ставка 0,57 процентҡа — 10,44% тиклем артты. Бер аҙна элек яңы фатирға ипотеканы уртаса 9,87% менән алырға мөмкин ине. Икенсел баҙарҙағы фатирға кредиттар ҙа 0,69 процент пунктына — 10,56% тиклем ҡиммәтләнде. Хәҙер кредитты уртаса 10,55% менән рефинансларға мөмкин (бер аҙнала +0,25 п.п).

«Альфа-банк», «Райффайзенбанк», Һаҡлыҡ банкы, «ЮниКредит Банк», «ДОМ.РФ», «Санкт-Петербург», «Уралсиб» банктары ставканы күтәрҙе.

Дәүләт ярҙамы менән ипотека буйынса уртаса ставка үҙгәрешһеҙ ҡалды — 5,88%, ә ғаилә ипотекаһы буйынса 0,01 процент пунктына — 4,74% артты.

Әҙер йорт һатып алыуға уртаса ставка — 11,22% хәтлем (+0,22 п.п.), йорт һалыуға 11,47% тиклем (0,27 п.п.) артты.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: