Ашҡаҙар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Рәсәй үҙәк банкы, ҡул аҡсалар, вкладттар һәм SWIFTтан сығарыу тураһында Азат Йәнгиров.

Рәсәй Үҙәк Банкы төп ставка буйынса процентты күтәрҙе. Был ни өсөн кәрәк ине? Санкцияға эләккән банк карталарын тотоусыларға нимә эшләргә? Иҫәптәге сумманы ҡулаҡсаға әйләндереү кәрәкме? Иҡдисат фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров ошо хатҡа Башҡортостан Юлдаш Телеканалында һөйләне. 28 феврәлдә Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 20 процентҡа тиклем күтәрҙе, был аҙым ни өсөн кәрәк ине һәм беҙҙең өсөн ниндәй эҙемтәләр килтерә?

Рәсәй үҙәк банкы, ҡул аҡсалар, вкладттар һәм SWIFTтан сығарыу тураһында Азат Йәнгиров.
Рәсәй үҙәк банкы, ҡул аҡсалар, вкладттар һәм SWIFTтан сығарыу тураһында Азат Йәнгиров.

Азат Йәнгиров:

"Һаҡлыҡ банкы, ВТБ – 16-17 процентҡа тиклем ставкаларын күтәрҙе, Совкомбанк – 23 процентҡа. Был банктарҙың идара итеү тәжрибәләре бар, мин, мәҫәлән, бында бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс күрмәйем. Ставканы күтәреү инфляция хәүефен ҡапларлыҡ кимәлгә еткереүҙе тәьмин итәсәк, ошо финанс һәм хаҡтар тотороҡлоғон, граждандарҙың һаҡлыҡтағы аҡсаһын осһоҙландырыуҙан һаҡлаясаҡ тип әйтерг була. Ил эсендә ҡуласаҡһыҙ иҫәпләшеү бер ниндәй ҙә проблемалар көтөлмәй. Беҙҙең үҙебеҙҙең дә карталар бар, мәҫәлән, “Мир”, шуға күрә аҡсаны карталарҙан һәм шулай уҡ вкаладтарҙан ҡул аҡсаға әйләндереүҙән бер ниндәй ҙә мәғәнә юҡ, тип әйтергә була.

Был беҙҙең банк системаһын һаҡлап ҡалыу һәм халыҡтың вкладтарын һаҡлап ҡалыу йүнәлешендә уйлап эшләнелгән аҙым.

Әлбиттә, социаль селтәрҙәрҙә халыҡ араһында фейктар тарафынан паника ҡуптарған төрлө уйҙырмалар йөрөй, беҙҙең халыҡ бик ышанып барыусан бит инде, бер кәңәш кенә бирәбеҙ: рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарына ғына ышарынға кәрәк.

SWIFT сығарыу тураһында ла әңгәмәләр күп бара. Был беҙгә нисек янай?

Санкциялар ике осло таяҡ кеүек, беҙгә генә түгел Европа илдәренең дә башына һуға. SWIFTтан сығыу, минең уйымса, күберәк Рәсәйгә түгел, Европаға насар йоғонто яһаясаҡ. Сөнки Европа менән беҙҙең бәйләнештәр тығыҙ, беҙ күп кенә алған тауарҙар өсөн  лизинг түләргә тейеш, ә улар SWIFT аша үтә, тимәк, был түләү системаһынан сығыу уларға зыянға ғына. Әмәм Европа илдәре АҠШ йоғонтоһонда йәшәй һәм һәр ваҡытта ғына үҙ мәнфәғәттәрен яҡлап сыға алмай".

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: