Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Шәкәр ҡайҙа булған?

Ҡайһы бер продукттарҙың  хаҡы ҡырҡа күтәрелеүгә һәм магазин кәштәләренән юҡҡа сығыуына, атап әйткәндә, шәкәргә бәйле, БР Сауҙа министрлығына халыҡтан бик күп мөрәжәғәттәр килә. Ошо турала Башҡортостан  сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министры Алексей Гусев бына нимәләр һөйләне. Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.  #Объясняем_Башкортостан #Объясняемрф

- Тауарҙарға өҫтәлгән хаҡтан тыш, яңы хаҡтар ҡороуға бер нисә фактор йоғонто яһай: ихтыяж менән тәҡдим араһында баланс, логистик өлөшө, етештереүселә  тауарҙың булыуы, тауарҙы етештереүгә, һаҡлауға, ташыуға, төрөүгә һ.б.  киткән сығымдарҙың хаҡы, - тип аңлатты ведомство етәксеһе.

Продукттың бар булыуына йоғонто яһаған  йәнә бер фактор –  халыҡ тарафынан ихтыяждың юғары булыуы. Сауҙа селтәрҙәре  һуңғы бер нисә көн эсендә шәкәргә ихтыяж бермә бер артты тип билдәләй. Һатыусылар тауарҙы складтарҙан ташып, кәштәләргә ҡуйып  өлгөрмәй.

Быға  тиклем Рәсәйҙәге  туҡланыу продукттары етештереүсе күп предприятиелар, шәкәр менән тәьмин итеү буйынса сит ил етештереүселәре менән эшләне, ә хәҙер беҙҙең ундай мөмкинселек юҡ, тип аңлаталар ведомствола.

Үҙҙәренең күпләп һатып алып ҡуйыу географияһын эске баҙарға йүнәлтеп, улар Рәсәй шәкәренә ихтыяжды арттырҙы.  Был, үҙ йәһәтендә, хаҡ артыуға килтерҙе.
- Етештереүселәр менән дә,  дистрибьютерҙар (сауҙа вәкилдәре)  һәм ритейл менән дә бер нисә эшлекле осрашыу уҙғарҙыҡ.

Уларҙың һүҙҙәренсә, шәкәргә ихтыяж артыу сәбәпле, күпләп һатып алыу күләмен дә арттырғандар. Был ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә кәштәләрҙе кәрәкле тауар менән тултырырға форсат бирәсәк, ә инде хәлде тәҡдим менән тигеҙләү хаҡ ҡороуҙы  стабилләштерәсәк (яйға һаласаҡ), - тип өҫтәне Алексей Гусев. – Килеп тыуған хәлдән файҙаланып, үҙҙәренә табыш алыу маҡсатында намыҫһыҙ рәүештә  байып ҡалырға уйлаған ҡайһы бер баҙар уйынсыларына килгәндә,  Башҡортостандың федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт  идаралығы  менән бергәләп  эш итәсәкбеҙ.

Р.САФИНА.

Шәкәр ҡайҙа булған?
Шәкәр ҡайҙа булған?
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: